Мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар менән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында инструктаж үткәрелде. Ә күнекмәләр һәр кемдең ҡуйылған бурысты яҡшы белеүҙәрен асыҡланы.
Яуымбай ауылы китапханасыһы Разия Искәнйәр ҡыҙы Кинйәкәева ла сарала ҡатнашып, уҡыусыларға кәңәштәрен бирҙе, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, ут менән һаҡ эш итергә өндәне.
Бындай сараларҙың әһәмиәте бик ҙур, уларҙы үткәреп торорға кәрәк.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Яуымбай мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.
Бөрйән районы.