+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Һаҡ булығыҙ!
21 Март 2025, 09:00

Тағы ҡайҙа һыу таша?

Әлеге ваҡытта Ағиҙел, Өршәк, Йүрүҙән йылғалары ныҡ ташҡан. Һеҙҙең яҡтарҙа хәлдәр нисек, боҙ тығыламы, һыу ташамы?

Тағы ҡайҙа һыу таша?Тағы ҡайҙа һыу таша?
Тағы ҡайҙа һыу таша?

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Архангель районының Аҙау ауылы янында һыу бер тәүлектә бер метрға кәмегән, Тәүәкәстә - 30 сантиметрға. Салауат районында ла һыу кимәле 40 сантиметрға әҙәйгән. Киҫкен хәл күҙәтеү аҫтында ҡала. 

Ташҡын башланғас, ҡотҡарыусылар республика буйынса һыу ташыу тураһында 468 хәбәр алған. 276 йорт яны участкаһы, 107 өй, 14 автомобиль юлы өлөшө һыу аҡтында ҡалып, контролдә тотола. 

Боҙ тығылған урындарҙа шартлатыу эштәре алып барыла, шунһыҙ булмай. Бөгөн Мәсәғүт ауылы янында Әй йылғаһында ла был эш көтөлә. 

Республика буйынса ташҡынға бәйле хәүефле хәлде контролдә тотоу өсөн 158 кеше һәм 97 техника йәлеп ителгән. Вертолеттар, пилотһыҙ осоусы аппараттар ярҙамға килә.

 

Фото: ya.ru.

 

 

 

Тағы ҡайҙа һыу таша?
Тағы ҡайҙа һыу таша?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас