Янғынды белдереүсе ҡулайлама эшләгән, әммә уны ишетеүсе булмаған. Бер бала ғына уянып, диван аҫтына ҡасҡан һәм тонсоҡҡан... Әйткәндәй, ғаилә 2021 йылдан алып профилактик иҫәптә торған, ә әсә үҙе наркодиспансерҙа иҫәптә булған. Опека органдары бер нисә тапҡыр балаларҙы тартып алып, махсус учреждениеларға урынлаштырған. Әммә 2024 йылда ҡатын реабилитация үткәндән һуң сабыйҙарын кире ҡайтарып алған: эшкә урынлашҡан, балаларҙы тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған. Был турала "Башинформ" хәбәр иткәйне.
"Бәлки күп балалы иҫәптә торған ғаиләләр йәшәгән йорттарға "аҡыллы" янғынды белдереүсе ҡорамалдар ҡуйырға кәрәктер? Автоматик шылтыратыу булһа, ҡотҡарырҙар ҙа ине. Ошо турала уйлағыҙ", - тигән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров.
Фото: mchs.