+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Һаҡ булығыҙ!
2 Апрель 2025, 12:05

Талпандар ҙа иртәләй

Быйыл яҙ иртә килгәс, талпандар ҙа иртәрәк уяна. Урманға барһағыҙ, паркта булһағыҙ, был ҡанэскестәрҙән һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк. 

Талпандар ҙа иртәләйТалпандар ҙа иртәләй
Талпандар ҙа иртәләй

Талпан тәүҙә кейемгә эләгеп, артабан тирегә ҡаҙалыу яйын таба. Күберәк ҡолаҡ артына, башҡа, муйынға, ҡултыҡ аҫтына, йәғни тиренең йоҡа, йомшаҡ өлөштәренә ҡаҙала. Тәнегеҙгә үтеп инмәҫлек итеп кейенергә тырышығыҙ. Ҡырҙан ҡайтҡас, өйгә инер алдынан бер-берегеҙҙең кейемен, өҫ-башын тикшерегеҙ. 

Талпан ҡаҙалған хәлдә яҡындағы медпунктҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас