+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Һаҡ булығыҙ!
4 Апрель 2025, 08:03

Тағы бер бала магнит шарҙары йотҡан

Их, шул хәүефле уйынсыҡтарҙы ниңә сығаралар икән? Ике йәшлек малай 26 магнит шары йотҡан.

Тағы бер бала магнит шарҙары йотҡанТағы бер бала магнит шарҙары йотҡан
Тағы бер бала магнит шарҙары йотҡан

Уйнап ултырғанда йүткерә башлауын ишетеп, ата-әсәһе бер нисә шарҙың юҡлығын һиҙеп ҡала һәм баланы Туймазы район дауаханаһына алып баралар. Рентген эшләйҙәр. Шарҙарҙың эсәкте тишеү хәүефе булғас, санитар авиация менән Өфөгә Республика балалар клиник дауаханаһына килтерәләр. Операция эшләп, 26 шарҙы алалар. 

Был турала Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы һәм магнит шарҙарын йотоу бик ауыр хәлдәргә алып килеүе бар, балалараға ундай уйынсыҡтар алмағыҙ, тип кәңәш бирҙе. Алған хәлдә лә кескәйҙәрҙән йырағыраҡ тоторға, йотғалар, тиҙерәк ашығыс ярҙам саҡырырға кәрәк. Бәләкәстәр был тәтәйҙәрҙе кондитер шарҙары менән бутай икән. 

Фото: com.

 

Тағы бер бала магнит шарҙары йотҡан
Тағы бер бала магнит шарҙары йотҡан
Тағы бер бала магнит шарҙары йотҡан
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас