Шылтыратыусы үҙен мәктәптең директор урынбаҫары тип таныштырған. Электрон журналға инәм, тип телефонға килгән код һандарын әйтеүен һораған. Һандарҙы әйткәс кенә, ҡыҙ үҙенең алданғанын һәм мутлашыусыларға Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына инергә юл асҡанын аңлаған, полицияға мөрәжәғәт иткән.
Хоҡуҡ һаҡсылары бер ҡасан да ят кешеләргә бер ниндәй ҙә код тапшырырға, экранды күрһәтеүҙе ҡабыҙырға ярамауы тураһында иҫкәртә.
Алдаҡсылар, мутлашыусылар халыҡтан аҡса урлау өсөн ниндәй генә ысул уйлап тапмай, һаҡ булығыҙ, дуҫтар!
Фото: sun9-25.