Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
8 Апрель 2025, 14:30

Ҡараңғыла йөрөмә

Клубтан өйгә юл зыярат янынан үтә ине. Кино бөткәнсе ҡараңғы төшкәс, бер нисә синыфташым мине оҙатып ҡуйырға булды.

Ҡараңғыла йөрөмә
Ҡараңғыла йөрөмә

Тик, бына һиңә мә, зыяраттың осона етеү менән барыһы ла кирегә йүгерҙе, ә миңә юл буйлап оҙаҡ ҡына барырға әле. Ни хәл итәйем, артабан ҡурҡа-ҡурҡа яңғыҙ ҡайтырға тура килде инде. Бишенсе синыфта уҡый инек. Был ваҡиға ниңә иҫкә төштө әле? Уйлап ҡараһаң, ҡараңғыла бер үҙең йөрөүе ҡурҡыныс бит. Улай ғынамы, хатта яҡтыла ла, бигерәк тә ҡала ерендә. Ана, бер ҡыҙға сит бер сәйер ир фатирына тиклем эйәреп барған. Был турала яңылыҡтарҙа яҙалар. 

Бала нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡараңғы ваҡытта яҡтыртылған, кешеләр күп йөрөгән урындан йөрөргә тейеш. Бер ҡасан да, яҡын була тип, ҡараңғы парк аша үтергә ярамай. Гараж, ташландыҡ йорттар, төҙөлөш – хәүефле урындар.

Мәктәптән ҡайтырға сығыуың тураһында һәр ваҡыт ата-әсәйеңә хәбәр итергә кәрәк.

Урамда таныш түгел кеше бәйләнһә, ни эшләргә? Мәҫәлән, Маратты берәү туҡтатып, аҙаштым, юл күрһәт, ти. Үҫмер юлды өйрәтә, ләкин теге оҙатып ҡуйыуын һорай, ҡурҡыныс булып китә: Марат бит уға ҡарата итәғәтле булырға тырышты, әммә теге биштәренә, ҡулына йәбешеп, ысҡындырмаҫҡа, үҙе менән алып китергә итә. Ни эшләргә тейеш ул? Беренсенән, биштәрен, курткаһын сисеп ташлап булһа ла ҡасырға тырышырға. Ябай ғына ҡағиҙә бар: оло кеше юҡҡа ғына урамда балаға берәй һорау менән мөрәжәғәт итмәй. Ул үҙенең проблемаларын үҙе йәки өлкәндәр ярҙамында хәл итергә тейеш. Марат баяғы ирекәйгә: “Мин һеҙҙе белмәйем, һеҙҙең менән бер ҡайҙа ла бармайым!” - тип ҡысҡырырға тейеш. Шул рәүешле кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итергә кәрәк. Ысынлап һөйрәй башлаһа, ҡысҡырырға, тырнарға, тибешергә, ергә ятырға. Ятҡан кешене һөйрәүе еңел булмаясаҡ. Ҡулыңа нимә эләгә шуны алып, хатта тәҙрәгә бәрергә була. Кешеләр ишетеп, ярҙамға килһен өсөн.

Йыш ҡына балалар үҙҙәре йәшәгән өйгә ҡасырға тырыша, әммә подъезд да, лифт та хәүефле урын икәнен онотмағыҙ. Енәйәтсенән кеше күп йөрөгән ергә ҡасырға кәрәк.  Берәйһе эҙәрлекләгәнен һиҙһәң, телефондан 112 һандарын йыйып, шылтыратып, ҡайҙа икәнеңде теге кеше ишетерлек ҡысҡырып әйт. Ата-әсәйеңә геолокация ебәреп, ярҙам һора. Тура эфир алып барып, ул кешене күрһәт. Яҡындағы магазинға инһәң, сығыуыңды көтөп тороуы ихтимал, ярҙам һора, берәйһе килеп алыуын көт.

Әйткәндәй, 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн юҡҡа ғына комендант сәғәте индерелмәгән. Әле төнгө сәғәт 10-дан таңғы 6-ға тиклем, майҙан башлап төнгө 11-ҙән 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында атай-әсәйҙәре менән генә йөрөү рөхсәт ителә.

Фото: rbsmi.

 

  

Ҡараңғыла йөрөмә
Ҡараңғыла йөрөмә
Ҡараңғыла йөрөмә
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас