Берәү, домофон асҡысы килтерәм, тип алдаған уны. Телефонына килгән СМС кодын әйттергән. Шунан был ҡатынға рөхсәтһеҙ документтар эшләнеүе тураһында хәбәрҙәр килә башлай, бынан ҡотолоу өсөн ҡайҙалыр шылтыратырға ҡушалар. Ә ул телефондан үҙен федераль хәүефһеҙлек органы хеҙмәткәремен, тип таныштырған кеше аҡсаһын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә тәҡдим итә. Бына шундай алдаҡсыларға ышаныусылар һаман да кәмемәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Мутлашыусылары ла төрлө юлдарын табып ҡына тора бит.
Балалар, олатай-өләсәйҙәрегеҙгә был турала һөйләгеҙ, алдаҡсылар ҡармағына эләкмәһендәр. Сит номерҙан шылтыратыуҙар ҡабул итмәһендәр.
Фото: yandex.