Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
24 Апрель 2025, 11:34

Мутлашыусылар уҡыусыларға шылтырата

Был турала Дәүләт думаһы иҫкәртә. Һуңғы арала мутлашыусылар уҡыусыларға, директор йәки синыф етәксеһемен, тип  йыш шылтырата башлаған.

Мутлашыусылар уҡыусыларға шылтырата
Мутлашыусылар уҡыусыларға шылтырата

Улар ябыҡ мәктәп чатына инергә, шулай уҡ педагогтар исеменән берәй һорауламала ҡатнашырға, ниндәйҙер ҡушымтаға инергә тәҡдим итә. Төп маҡсаттары - балаларҙың, атай-әсәйҙәренең шәхси мәғлүмәттәрен, банк реквизиттарын эләктереү, артабан инде күп итеп аҡса урлау.

Дәүләт Думаһы дерутаты, "Һанлы Рәсәй" проектының федераль координаторы Антон Немкин һаҡ булырға саҡыра.

Ысынлап та, директормын тип шылтыратһалар, ҡапыл баҙап, ҡаушап ҡалыуың, нимә әйтһәләр, шуны үтәүең бар. Ә бит директорҙың шәхсән уҡыусыға шылтыратмауын белеп торабыҙ, һәр синыфтың Telegramда, WhatsAppта төркөмө бар. Бөтә мәғлүмәт шунда. Хәҙерге заманда телефондан шылтыратыуҙарҙы бөтөнләй ҡабул итмәҫкә, өҫтәүенә ят номер булһа.

Фото: yandex.ru

Мутлашыусылар уҡыусыларға шылтырата
Мутлашыусылар уҡыусыларға шылтырата
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас