Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
8 Май 2025, 11:05

Һаҡ булығыҙ: талпан!

Ер ҡарҙан әрселеп, баҡса эштәре башланыу менән һәр төрлө матбуғат сараларында талпан энцефалиты хаҡында иҫкәртә лә башлайҙар. Минең дә, табип булараҡ, ошо сирҙе ентекләберәк һүрәтләп, уҡыу­сыларға кәңәш биргем килә.

Һаҡ булығыҙ: талпан!
Һаҡ булығыҙ: талпан!

Яҙғы-йәйге, алыҫ көнсығыш йә тайга энцефалиты кеүек күп кенә атамалары булған был ауырыуҙы йоҡтороу ғәйәт ауыр эҙемтәләргә, зәғифлеккә, хатта үлемгә лә килтереүе ихтимал. Рәсәй территорияһында киң таралғанлыҡтандыр, уны ҡайһы бер авторҙар «урыҫ энцефалиты» тип тә атаған. Баш­ҡортостанда ла талпандан ауырыу йоҡтороу­сылар күп.
«Энцефалон» латинсанан «баш мейеһе» тип тәржемәләнә. Үҙәк нерв системаһын зарарлаусы сир­ҙең «энцефалит» тигән төп исеме тап ана шунан килеп сыҡҡан.
Был ауырыуҙы барлыҡҡа килтереүсе вирус башлыса талпан тәнендә тереклек итә. Тәбиғәттә уларҙың 20 – 40 проценты зарарлы була. Вирус был паразиттарҙың быуынынан-быуынына күсеп бара. Бәғзеләр уны «тайга энцефалиты» тип атаһа ла, был сир дала ерҙәрендә лә йыш ҡына осраусан. Ҡан менән туҡланыусы шул паразиттың шайығы аша йоҡтороп, сысҡан, ҡомаҡ, терпе, тейен һәм башҡа хайуандар, ҡоштар инфекцияның икенсе резервуары булып тора. Шул рәүешле вирус тәбиғәттә әйләнеш яһап йөрөй. Был процесҡа кешенең дә килеп эләгеүе ихтимал. Башлыса – тәнгә талпан ҡаҙалыу арҡаһында.
Рәсәйҙә йыл һайын яҡынса 500 мең кешегә талпан ҡаҙалып, шуларҙың 2 меңдән ашыуы энцефалит менән сирләп тора. Был һандарға, әлбиттә, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткәндәр генә ингән. Республикабыҙҙа ла ошо йәһәттән хәлдәр бигүк тыныс­ланырлыҡ түгел. Йыл һайын 10 меңдән алып 20 меңгә тиклем кешегә талпан ҡаҙала. Күпселек ваҡыт еңел формала үтеүенә ҡарамаҫтан, уның ауыр осраҡтары хаҡында һәр кемебеҙ белергә тейеш һәм быға битараф булып ҡалыу ярамай, тип һанайым.
Талпан ҡаҙалған урын аша килеп эләккән вирус күҙәнәктәрҙә бер аҙ үҫешеп алғас, ҡан һәм лимфа тамырҙары буйлап бөтә тәнгә тарала башлай. Уның «яратҡан» урыны – баш һәм арҡа мейеһе. Нерв күҙәнәктәрен зарарлап, уның нормаль эшмәкәрлеген боҙоуы кешелә ошо сиргә ярашлы һәр төрлө симптоматика (билдәләр) барлыҡҡа килтерә. Барлыҡ ағзаларҙың эшмәкәрлеге, белеүебеҙсә, нерв сис­темаһынан килгән сигналдарға буйһона. Шунлыҡтан баш һәм арҡа мейеһе өлөштәренең ҡаҡшауы тәндең башҡа мөһим ағзаларына зыян килтерә. Йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу сис­темаһы эшмәкәрлеге насарая.
Ни өсөн талпан ҡаҙала башлау менән үк кеше уны алып ташламай һуң (берәй серәкәй йә күгәүен килеп тәнгә моронон терәгәс тә беҙ шунда уҡ уға «сәпәй һалып» ебәрәбеҙ бит)? Сөнки кеше тәненә үҙенең томшоҡсаһын (медицинала «хоботок» тип атала) ҡаҙаған мәлдә талпан параллель рәүештә тиренең нерв рецепторҙарының һиҙеүен юғалттыра торған матдә бүлеп сығара (тап хирург операция яһар алдынан һалған новокаин һымаҡ). Шуға күрә беҙ был паразитты тик күпмелер ваҡыттан һуң осраҡлы ғына күреп ҡалабыҙ. Әлеге вирустың тап ана шул «анестезиялаусы» шыйыҡсала булыуында шик юҡ. Талпан ҡаҙалғандан алып ауырыу беленә башлағанға тиклем ара – яҡынса 8 – 23 көн самаһы. Ауырыу, ғәҙәттә, кинәт кенә башлана. Тән температураһы 39 – 40 градусҡа етә. Хәл бөтөү, баш ауыртыу һәм әйләнеү, бер нисә мәртәбә ҡоҫтороу, тән һыҙлау, йоҡо насарайыу ошо сир хаҡында иң беренсе нәүбәттә уйланыуға этәрергә тейеш.
Кешенең йөҙө, муйындары, күҙ алмалары ҡыҙарыуы ла – был ауырыу билдәләренең береһе. Йөрәк мускулатураһында дистрофик үҙгәрештәр йөрәк тибешенең һүлпәнәйеүенә килтерә. Был – бик етди симптом. Сөнки йөрәктең кинәт кенә туҡталып ҡуйыуы, фалиж һуғыуы бар. Ауырыуҙың тағы бер билдәһе – яҡтылыҡтан ҡурҡыу (фотофобия). Ауыр осраҡтарҙа хатта кешенең аңы яңылыша башлауы ла ихтимал. Галлюцинация (күҙгә ниҙер күренеү), ишетеү нервылары зарарланыуы, бөтөн тән мускулатураһының тартыша бушлауы ла мөмкин. Бәғзе сирлеләр башын тота алмай («төшөп бар­ған баш» симптомы), уның аяҡ-ҡулдары «тыңламай», тартышҡан килеш ҡатып, ҡайһы берәүҙәрҙең муйыны ҡыйыш хәлдә ҡалыу осраҡтары ла бар. Кемдеңдер бите, ауыҙы салышая, күҙҙәре ҡылыйланып ҡала.
Ошо ауырыуҙан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы – тәнгә бөжәк ҡаҙалмаһын өсөн саралар күреү. Яҙ аҙағында, йәй баштарында баҡсала йә ҡырҙа йөрөгән мәлдә мөмкин тиклем ҡыуаҡ ботаҡтарына теймәй йөрөргә тырышыу кәрәк. Ғәҙәттә, талпан үҙе кешегә ташланмай, уның һикереү, осоу һәләте юҡ. Ҡыуаҡ ботаҡтарының осонда үҙенең ҡорбанын көтөп ултыра ул. Ботаҡҡа тейеп үтеп барған хай­уандарға, кешенең кейеменә эләгеп китеүсән. Шуға күрә салбар балаҡтарын, күлдәк еңдәрен резина менән һыҡтырып ҡуйыу хәйерлерәк. Резина итек кейеү ҙә кәңәш ителә. Шулай уҡ балаҡ һәм ең тирәһенә камфора майы йә башҡа төр репелленттар (бөжәкте ҡурҡытыусы еҫле шыйыҡсалар) һөртөү яҡшы. Эш тамамлан­ғас та кейемдәрҙе сисеп, эсен тышҡа әйләндереп, үҙеңдең тәнеңде һәм бер-береңдекен ентекләп тикшереү кәрәк. Бөжәк ҡаҙалған булһа, ғәҙәттә, уны һытмай ғына нәҙек еп менән быуып алалар. Һабынлы һыуҙың күбеген һөртөү ҙә был бөжәктән ҡотолорға ярҙам итә. Унан талпанды герметик ябылған бәләкәй шешәгә һалып алып (лаборатория анализы өсөн), шунда уҡ медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Алда һанап кителгән һәм башҡа төрлө билдәләрҙең килеп сығыуын көтөп тормағыҙ. Һәр поликлиника талпан энцефалитына ҡаршы иммуноглобулин менән тәьмин ителеп тора.


Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хаҡлы ялдағы хәрби табип.
Сибай ҡалаһы.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас