Ҡотҡарыусылар өлкәндәрҙе иҫкәртеп кенә тора ла бит, әммә...
Яңыраҡ Нефтекаманан 15 йәшлек Данил Вәлитов 3-cө ҡаттан йығылып төшөп барған ваҡытында күреп ҡалып, тиҙ генә йүгереп барып, 2 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарғайны. Әле бына уны ҡаланың мэры Эльдар Вәлидов бүләкләп, рәхмәт белдергән. Етеҙ, ярҙамсыл егет 16 мәктәптә белем ала икән.
Бәләкәй балалары булған атай-әсәйҙәр иғтибарлы булһын ине. Тәҙрә янына диван, ултырғыс, өҫтәл кеүек йыһаздарҙы ҡуймағыҙ, балконға кескәйҙәрҙе яңғыҙ сығармағыҙ. Ғөмүмән, балаларҙы бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмауың яҡшыраҡ.
Бүлмәлә бәләкәй балаларығыҙ булһа, тәҙрәләрегеҙҙе асыҡ ҡалдырмағыҙ. Тәҙрәне ҡыҫып ҡуйыр өсөн махсус ҡулайлама алығыҙ. Москит селтәренә йәбешеп ҡолап төшөүселәр ҙә күп, һаҡ булығыҙ.
Фото: Башинформ.