Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
14 Июль 2025, 15:51

"Шәхси кабинетыңа ингәндәр!"

Һаҡ булығыҙ: алдаҡсылар үҙҙәре үк ошолай тип алдап, телефоныңа килгән 6 һандан торған кодты әйттереп, Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетыңа инергә уйлай. Шунан рәхәтләнеп, һинең исемгә кредит аласаҡтар.

"Шәхси кабинетыңа ингәндәр!"
"Шәхси кабинетыңа ингәндәр!"

Алла һаҡлаһын! Шуның өсөн таныш түгел номерҙан хатта ватсаптан шылтыратһалар ҙа һөйләшмәгеҙ. Юғиһә бик тиҙ ышанысыңды яулап алып, башыңды юҡ-бар менән ҡатырып, буйһондороп, үҙ ҡулдарың менән иҫәбеңдә булған аҡсаңды, аҡсаң булмаһа, кредит алдырып, үҙҙәренә күсертәсәктәр. 

Стәрлетамаҡтан бер тәрбиәсегә мутлашыусылар шулай, Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы кабинетыңды "ватҡандар" тип алдап, дәүләт именлеге хеҙмәткәре булып шылтыратҡан. Һөҙөмтәлә ҡатын алдаҡсыларға ышанып, "хәүефһеҙ иҫәпкә" 2 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Йәғни шул тиклем аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: ят номерҙан шылтыратһалар, бөтөнләй һөйләшмәгеҙ! 

 

"Шәхси кабинетыңа ингәндәр!"
"Шәхси кабинетыңа ингәндәр!"
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас