Улар республикабыҙҙың төрлө райондарында осрай. Ҡотҡарыусылар халыҡҡа йыландан һаҡланыу сараларын иҫкәртә.
1. Йыланды осратһағыҙ, яҡын бармағыҙ, үҙен һаҡлау маҡсатында сағыуы бар.
2. Осраҡлы рәуештә өҫтөнә барып менә яҙһағыҙ, ҡатып ҡалығыҙ.Күпселек осраҡта ул үҙе янығыҙҙан китер.
3. Әгәр ыҫылдап, ташланырға уйлаһа, ипләп кенә артҡа китегеҙ. Арҡағыҙ менән боролмағыҙ, киҫкен хәрәкәт яһамағыҙ.
4. Тәбиғәткә сыҡҡанда, ҡалын табанлы, бейек аяҡ кейеме кейегеҙ. Һаҡ булығыҙ