Егет популяр сайтта үҙенең резюмеһын ҡалдырған һәм тиҙҙән тәҡдим дә алған. Их, енәйәтселәр, мутлашыусылар ҡулына эләккән шул. Яуыздар уны ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн такси саҡыртҡан, ҡунаҡхананы алдан йүнләп ҡуйған. Үҫмер аферистар ҡушыуы буйынса буласаҡ ҡорбандың адресы буйынса барған, такси водителенән аҡсалы сумканы алған һәм бирелгән иҫәпкә күсергән.
Өфөлә йәшәгән 80 йәшлек инәйҙе алдағанда тоталар уны. Оло кешегә үҙен хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре тип алдап, аферист шылтырата. Ҡыҙың юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпсеһе булды, тип алдай. Инәй уға ышанып, 640 мең һум аҡсаһын курьерға тоттороп сығара. Ҡыҙына шылтыратмаҫҡа ҡушалар. Алдаҡ инәйгә ҡыҙы шылтыратҡас асыҡлана. Полицияға хәбәр итәләр.
16 йәшлек был егет Стәрлетамаҡтан да берәүҙең 117 мең һум аҡсаһын алып мутлашыусыларға күсергән булған. Хәҙер ҡырын эштәр буйынса енәйәт эше асҡандар.
Дуҫтар, интернет аша эш эҙләгәндә алдаҡсылар, мутлашыусылар, тыйылған әйберҙәр һатыусылар ҡулына барып эләгеү хәүефе бик ҙур. Һаҡ булығыҙ!
Йәйгеһен аҡса эшләргә теләгән үҫмерҙәргә үҙҙәре йәшәгән район-ҡалаларҙағы халыҡты эшкә урынлаштырыу хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Йә булмаһа үҙегеҙ белгән ойошмаға барып, хеҙмәт килешеүе төҙөп, эшләгеҙ.
Фото: com/media.