Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
26 Июль 2025, 13:01

Тағы бер бала тәҙрәнән ҡолаған

Ҡотҡарыусылар күпме генә иҫкәртһә лә, бәләкәй балалары булған ата-әсәләр ишетмәй, ахырыһы.

Тағы бер бала тәҙрәнән ҡолаған
Тағы бер бала тәҙрәнән ҡолаған

Республикала тағы бер ике йәшлек бала тәҙрәнән осоп төшкән, етди йәрәхәттәр алып, дауаханала һалынған.

Йәй көндәрендә ошондай осраҡтар йышая. Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙы бүлмәлә яңғыҙ ҡалдырмаһағыҙ ине. Тәҙрәләргә, улар аса алмаһын өсөн, махсус ҡулайламалар ҡуйығыҙ.

Тәҙрә төбө уйын урыны түгеллеген кескәйҙәргә аңлатып тороғоҙ.

Фото:com.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас