Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
13 Август 2025, 16:48

Аферистарҙан һаҡланығыҙ!

Республика кешеләре көн һайын мутлашыусыларҙан алданып, миллиондарса аҡсаһын улар иҫәбенә күсерә. Енәйәтселәр үҫмерҙәрҙе лә йәлләп тормай. Мәктәптән, колледждан, ҡабул итеү комиссияһынанмын, тип алдап, юҡ-бар һөйләп, балаларҙың башын ҡатырып, бысраҡ ниәттәрен тормошҡа ашыралар.

Аферистарҙан һаҡланығыҙ!
Аферистарҙан һаҡланығыҙ!

Әле Благовар районынан 16 йәшлек егетте алдап, 800 мең кредит алдырып,  QR-код аша маркетплейстарҙан әллә күпме әйбер өсөн түләткәндәр. 

Ә Балаҡатай районынан 12 йәшлек малай уйын валютаһы вәғәҙә иткән мутлашыусыларға ышанып, өләсәһенең банк ҡушымтаһы аша 300 мең аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡтырған.

Эске эштәр министрлығы күпме генә иҫкәртмәһен, алданыусылар артҡандан-арта. Һаҡ булығыҙ, аферистар халыҡты талау өсөн яңы ысулдар уйлап табып ҡына тора бит.

Фото: dzeninfra.  

Аферистарҙан һаҡланығыҙ!
Аферистарҙан һаҡланығыҙ!
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас