Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
27 Август 2025, 13:05

Питбайк уйынсыҡ түгел!

Атай-әсәйҙәр, малайҙарығыҙға питбайк алып бирмәгеҙ! Уйынсыҡ түгел бит ул, ошо йәйҙә генә күпме баланың ғүмере өҙөлдө?!

Питбайк уйынсыҡ түгел!
Питбайк уйынсыҡ түгел!

 Һатыусылар аҡса эшләй, балалар мода артынан ҡыуа, өлкәндәр уларға ошо хәүефле транспортты алып бирә. Автомобиль юлдарында йөрөү өсөн сығарылмаған улар, әммә үҫмерҙәр трассаларҙа елдереп, үҙҙәренең һәм башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Ошо көндәрҙә  Өфөлә 12 йәшлек тағы бер малай еңел автомобилгә бәрелеп, шунда уҡ һәләк булған...  Йә инде, нисәнсе фажиғә был?! 

Их, атай-әсәйҙәр улдарына: "Мин һине ныҡ яратам, балам, ныҡ ҡәҙерлеһең, шуға ла ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйып, был хәүефле транспортты алып бирмәйем", - тип әйтә алһа ине. 

Республикала Дәүләт автоинспекцияһы юҡҡа ғына "Рулгә ултырма, малай!" тигән акция иғлан итмәгән. Ул октябрь аҙағына тиклем барасаҡ. Әммә ҡайһы берәүҙәр был турала ишетмәгән, белмәгән кеүек. Балаларҙың һаулығын, ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгән ҙур сара был.

Фото: com.

 

Питбайк уйынсыҡ түгел!
Питбайк уйынсыҡ түгел!
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас