Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
1 Ноябрь 2025, 12:33

"Йоҡа боҙ" акцияһы башланды

Республикала ноябрь буйы "Йоҡа боҙ" профилактик акцияһы уҙасаҡ. 

"Йоҡа боҙ" акцияһы башланды
"Йоҡа боҙ" акцияһы башланды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һаҡ булырға саҡыра. Саҡ ҡына һыуытып, йылға, күл өҫтәре боҙ менән ҡапланһа ла, ҡалынлығы 10 сантиметрға етмәйенсә, унда баҫырға ярамай.  Йылғаның төрлө урынында төрлө ҡалынлыҡта булыуын да онотоп ебәрмәйек. Һыуҙың ныҡ ағын, үҫемлектәр, ағастар үҫкән ерҙәрендә, ҡар аҫтында боҙ бигерәк тә ышанысһыҙ. Уның ныҡлығын тикшереп ҡарайым, тип бәләгә тарып ҡуймағыҙ.

Көҙгө каникулығыҙ матур үтһен!

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас