Күптәрегеҙ өйөгөҙгә шыршы ултыртып, гирляндалар элеп тә ҡуйғандыр әле. Яңы йыл осоронда янғын хәүефе арта, онотмағыҙ, дуҫтар. Ҡотҡарыусылар ҙа был турала алдан иҫкәртә.
Шыршы түбәгә тейеп торорға тейеш түгел. Уны мамыҡ, тиҙ янып китә торған уйынсыҡтар менән биҙәргә ярамай. Йылытҡыстарҙан да алыҫыраҡ урынлаштырығыҙ. Гирляндаларҙы лицензияһы булған махсус магазиндан алығыҙ. Уның бөтә лампочкалары ла янамы, тикшерегеҙ. Гирлянданың фольганан эшләнгән "дождик"ка тейеп тороуы ла хәүефле икән .
Өйҙән сыҡҡанда, йоҡларға ятҡанда уны һүндерегеҙ.
Бенгаль уттарын ҡулланғанда ла һаҡ булығыҙ, тышта, үҙегеҙҙән йыраҡ тотоп ҡына яндырығыҙ.
Яңы йыл кәйефе һиҙелә, байрамға әҙерлек осоро, Яңы йыл каникулы ла хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен.
Фото: content.