Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
30 Декабрь 2025, 13:37

Тюбингҡа - дәүләт стандарты

Йәй буйы питбайктарға ҡаршы көрәшһәк, хәҙер тюбингтарға сират етте. Ул да бик хәүефле, йыл һайын күпме кеше тюбингта шыуып йәрәхәтләнә, хатта һәләк була!?

Тюбингҡа - дәүләт стандарты
Тюбингҡа - дәүләт стандарты

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә тюбингтарға һәм тюбинг тауҙарына ҡарата ГОСТ, йәғни уның сифатына дәүләт стандарты барлыҡҡа килгән. 2026 йылдың 1 февраленән үҙ көсөнә инәсәк. Барыһы ла һеҙҙең, беҙҙең хәүефһеҙлек өсөн эшләнә, дуҫтар. Тюбинг тауы автомобиль юлы, ағастар, һыу, бағана һәм башҡалар менән тамамланмаҫҡа тейеш, ул ике яҡтан кәртәле була. 

Тюбинг (ватрушка) менән идара итеүе, туҡтатыуы ҡыйын, унда шыуыу шуға ла бигерәк хәүефле. Һаҡ булығыҙ, теләһә ҡайҙан шыумағыҙ! Махсус трассалар хәүефһеҙерәк.

Фото: yandex.

Тюбингҡа - дәүләт стандарты
Тюбингҡа - дәүләт стандарты
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас