Асыҡланыуынса, Өфөлә ошо көндәрҙә уҡыусы балаға билдәһеҙ номерҙан берәү шылтырата. Ул, гипермаркетҡа заказ килгән, тип смс-код һорай. Бынан һуң телефонға «Дәүләт хеҙмәттәре» порталынан, цифрҙар министрлығынан, Росфинмониторингтан... “белгес”тәр шылтырата. Мутлашыусылар ҡыҙҙы ғаиләһенә енәйәт яуаплылығы янауына ышандыра. Был хаҡта береһенә лә хәбәр итмәҫкә бойоралар. Үҙҙәре даими видеоэлемтәлә торалар.
Икенсе көндө Росфинмониторингтың ялған хеҙмәткәре мәктәп уҡыусыһынан фатирҙа аҡса менән ике сейф барлығын белә. Мутлашыусыларҙың сейфтарҙы тикшерергә кәрәклеген, бының өсөн уларҙы курьер килеп аласағын хәбәр итә. Өйҙә бер кем дә булмаһын өсөн, аферистар үҫмер ҡыҙҙың һеңлеһе иҫәбенә 500 һум аҡса күсерә, ул тышҡа сығып китә. Мәктәп уҡыусыһы өйҙә бер үҙе ҡалғас, уға курьер килә, сейфтарҙы һәм ҡыҙҙың сим-картаһын ала.
Кисен ата-әсә сейфтарҙың юғалғанын күрә. Шул саҡта ғына ҡыҙ үҙенең мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлай.
Йәш дуҫтарыбыҙ, ошондай шылтыратыу булғанда, телефонды шунда уҡ һүндерегеҙ һәм тиҙ генә атай-әсәйегеҙгә хәбәр итегеҙ!