Иң беренсе, әлбиттә танышыу сайттарында ялған исем менән теркәләләр, хатта яһалма зиһен ярҙамында фото ла эшләтеп алалар. Шунан танышып, шәп кинотетарға билет тәҡдим итеп, ҡорбандарынан шәхси мәғлүмәттәрен, СМС кодтарын һорайҙар, һылтанма аша үтергә ҡушалар. Ундайҙар осрашырға ашыҡмай, бар маҡсаттары – аҡса.
Мутлашыусылар хатта ялған онлайн-магазиндар асып, сәскә, бүләктәр “һата”. Ә алданыусылар карта мәғлүмәттәрен индереү менән алдаҡсылар тоҙағына эләгә.
Осһоҙ хаҡтар, бигерәк уңайлы акциялар, физик шәхескә аҡса күсереү юлы менән генә түләү… Ошондай эстәлекле хәбәрҙәр килһә, һылтанма аша күсә күрмәгеҙ.
Уйламағанда курьер сәскә килтереп, СМС менән килгән кодты һораймы? Бер тапҡыр килгән бындай паролдәрҙе әйтергә ярамай, уны тик мутлашыусылар ғына һорай.
Һаҡ булығыҙ, алданмағыҙ! Алдаҡсылар халыҡтан аҡса талау өсөн яңынан-яңы ысулдар табып ҡына тора бит.
Фото: com.