+7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
17 Февраль , 21:54

Өҫтөгөҙгә ҡар төшмәһен!

Яҙ һулышы һиҙелә, көндәр йылынып китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыйыҡтарҙан шыуып төшкән ҡар аҫтында ҡалып, һәләк булыусылар бар.

Өҫтөгөҙгә ҡар төшмәһен!
Өҫтөгөҙгә ҡар төшмәһен!

Ханты-Манси автономиялы округында 13 йәшлек бала хоккей корты өҫтөнән шыуған ҡар аҫтында ҡалып, уның ғүмерен ҡотҡара алмағандар... Свердлов өлкәһендә ике малай тауҙан шыуғанда, өҫтәренә 1 метр ҡалынлығында ҡар шыуып төшөп һәләк була. Бер ҡасан да былай булғаны юҡ ине, тип был хәлгә бөтә ҡасаба халҡы аптырай. Ауыр фажиғә...

Ҡотҡарыусылар барыбыҙҙы ла һаҡ булырға саҡыра. Ҡарҙан таҙартылған урындарҙан йөрөгөҙ. Ҡыйыҡ баштарын көрәргә тотондолар-тотоноуын. Боҙбармаҡтар ҙа  ҡурҡыныс. Был ваҡытта йылға-күл өҫтәрендәге боҙ ҙа ышанысһыҙ була.

Фото: dzeninfra. 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас