-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
13 Март , 21:31

Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма

Көндәр йылына, ҡар ирей. Яҙғы ташҡын да көттөрмәҫ. Өлкәндәр уны бәлә-ҡазаһыҙ үткәрер өсөн әҙерлек алып бара, тейешле сараларын күрә. 

Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма
Яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма

Балаларға ла яҙ көнө йылға-күл буйҙарына бармаҫҡа, яҙғы боҙға ярҙай булһа ла ышанма тигән һүҙҙәрҙе иҫтә тоторға кәрәк. Кескәй туғандарығыҙҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. 

Быйыл боҙ сағыштырмаса йоҡараҡ, тиҙәр, әммә бынан хәүеф бер ҙә кәмемәй. Һаҡ булығыҙ! Яҙғы боҙҙо аҫтан ағын һыу ашай, ул тиҙ генә емерелеп бара. Ҡар аҫтындағы боҙ ҙа хәүефле. Уның ныҡлығын тикшереп ҡарау, шыуыу тураһында уйламағыҙ ҙа!

Тамсылар тамған, гөрләүектәр аҡҡан матур миҙгел бәлә-ҡазаһыҙ үтһен.

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас