+7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
24 Март , 14:42

Айсель — Рәсәй чемпионкаһы!

Ивановола ирекле көрәш буйынса үткән Рәсәй беренселегендә Башҡортостан ҡыҙҙары уңышҡа өлгәште.

Айсель — Рәсәй чемпионкаһы!
Айсель — Рәсәй чемпионкаһы!

Өфөләге 110-сы мәктәптең VI синыф уҡыусыһы Айсель Кәримова үҙ ауырлыҡ категорияһы буйынса 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында I урын яуланы. Вәлиә Мөхәмәтшина — көмөш, Әмирә Йосопова бронза миҙал алды.

Ҡыҙҙарҙың тренеры — Зоя Швейкина.

Тәтешле ҡыҙы Айсель Европа беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын алды. Йәш спортсыға халыҡ-ара аренала Рәсәй данын лайыҡлы яҡлауын теләйек.

Фото: com.

Айсель — Рәсәй чемпионкаһы!
Айсель — Рәсәй чемпионкаһы!
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас