Уларҙың кешеләргә лә, хайуандарға ла хәүефле йоғошло сирҙәр (талпан энцефалиты, боррелиоз) таратыуы мөмкин. Талпан тешләгәндә тирегә ауыртыу баҫыусы матдәһен һибә, шуға кеше бер нәмә лә тоймай.
Талпандар нисек һөжүм итә?
Улар үләндә һәм ҡыуаҡтарҙа көтә. Йыш ҡына муйынға, башҡа, ҡултыҡ аҫтына, янбаштарға һәм балтырҙарға ҡаҙалалар. Инә талпан тәндә бер нисә көн йөрөй ала.
Талпан ҡаҙалғанын нисек аңларға?
Тешләнгән урын ҡыҙара — сағыу ҡыҙыл ситле түңәрәк тап барлыҡҡа килә. 3 сәғәттән һуң ҡалтыратыуы, йоҡо баҫыуы, хәлһеҙлек, яҡтылыҡтан ҡурҡыу, быуын һыҙлауы һәм тән температураһы күтәрелеүе ихтимал. Ҡысыныу, ҡан баҫымы түбәнәйеүе, йөрәк тибеше йышайыуы, биҙ төйөндәре ҙурайыуы ихтимал.
Талпанды нисек алырға?
Уны пинцет йәки бармаҡты таҙа марляға төрөп, тартып сығарырға мөмкин. Талпанды башына мөмкин тиклем яҡыныраҡ урынынан тотоп алырға кәрәк.
Талпанды бер-аҙ ҡалҡытып тик бер яҡҡа бер нисә ҡабат бороғоҙ. Бер нисә әйләнештән һуң өҫкә тартығыҙ. Сығарғас тирелә ҡара нөктә күренһә, тимәк, томшоғо өҙөлөп ҡалған. Уны дезинфекцияланған энә ярҙамында алып ташлағыҙ. Талпан ҡаҙалған урынды йод йәки спирт менән эшкәртегеҙ.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, талпанды мөмкин тиклем тиҙерәк алырға кәрәк! Паразит сирле булған осраҡта ул ярала ни тиклем оҙағыраҡ ҡала, шул тиклем ауырыуын йоҡтороу ихтималлығы ла арта.
Талпандарҙы яланҡул алырға йәки ҡыҫып сығарырға ярамай.
Был ҡағиҙәләрҙе балаларға мотлаҡ аңлатығыҙ! Талпан күреү менән өлкәндәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итһендәр.
Талпандарҙы тикшертергә Башҡортостан Республикаһындағы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә тапшырырға мөмкин. Бүлектәрҙең адрестарын сайтта ҡарағыҙ: vk.cc/cVTfRa. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 287 85 00
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идараһы иҫкәртә: талпан миҙгеле башланды