Өфө-Дим метеостанцияһында 17.7 градус йылылыҡты күрһәткән. Быға тиклемге рекорд 1951 йылда булған: +12,3 градус.
Көндәр ныҡ йылынғас, ҡар ҙа тиҙерәк ирей, һыу таша. Республиканың төрлө райондарында юлдар ябыла. Әбйәлил, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондарында яҙғы ташҡындың тәүге эҙемтәләре теркәлде. Белорет районында – Инйәр, Иглинда Сим йылғаларының ташыуы күҙәтелә.
Дөйөм алғанда, республикала 44 муниципалитетта 22 йорттоң һыу аҫтында ҡалыу хәүефе бар. Ҡотҡарыусылар боҙ тығылыу ихтималлығын пилотһыҙ авиация һәм вертолет ярҙамында күҙәтә. Быйыл йылғаларҙа боҙҙар 4-5 көнгә алдараҡ ҡуҙғала.
Халыҡ өсөн хәүефле мәл етте. Һаҡ булығыҙ. Боҙ киткәнен ҡарайым тип, ярға яҡын бармағыҙ.
Ҡапыл һыу ташһа, иң беренсе сиратта тыныс булырға һәм электрҙы һүндерергә ҡушыла. Өйҙә газ һәм һыуҙы ябырға кәрәк, үҙегеҙгә өҫкө ҡатҡа, ҡыйыҡҡа, йәғни юғарыраҡҡа күтәрелергә, 112 һандары буйынса ярҙам саҡырырға кәрәк.
Фото: vk.com/mchsrb.