

5 апрель Кемерово өлкәһендә 9 йәшлек ҡыҙыҡай тиҫтерҙәре менән өйҙән алыҫ түгел уйнап йөрөгән. Йылғаға ныҡ яҡын килгәндәр шул... Бала боҙға баҫып ҡараған, ул арала асҡысы төшөп киткән. Алам тип, йылғаның боҙҙан әрселә башлаған урынына баҫҡан. Бахырҡай сыға алмаған, ағып киткән...
Бындай фажиғәле хәлдәр, үкенескә, булып тора шул. Балаларыбыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмайыҡ.