Һаҡ булығыҙ!
15 Апрель , 06:56

Дропперҙарға яза ҡаты!

Балалар, үҫмерҙәр, йәштәр хәүефһеҙлеге хаҡында "Ҡанатлан!" форумында ла һөйләшеү булды. 

Дропперҙарға яза ҡаты!Дропперҙарға яза ҡаты!
Дропперҙарға яза ҡаты!

Киберхәүефһеҙлеккә һәм йәштәр араһында мутлашыуҙы иҫкәртеүгә бөгөн айырыуса иғтибар бүленә. Өфө фән һәм технологиялар университетының тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Тимур Мостафин дропперҙар тип аталған кешеләр тураһында һөйләне. Улар аҡсаға мутлашыусыларға үҙҙәренең банк карталарына инеү мөмкинлеген бирә. Бындай схемаларға йыш ҡына үҫмерҙәр эләгә. Һаҡ булығыҙ! Был - енәйәт!

Стәрлетамаҡтың 5-се гимназияһы директорының тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Гөлшат Ҡунафина үҫмерҙәрҙә яуаплылыҡ тәрбиәләү тураһында һөйләне. Һүҙ уҡыусыларҙа илгә һәм йәмғиәткә мөнәсәбәтте нисек формалаштырыу тураһында барҙы.

Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Алла Иванова мәғлүмәти һуғыш темаһына ҡағылды. Кире мәғлүмәт ярҙамында ла фекерҙе формалаштырырға, тарихи хәтерҙе боҙорға була. Уның һүҙҙәренсә, был йүнәлештә йәштәр менән генә түгел, өлкәндәр – уҡытыусылар һәм ата-әсәләр менән дә эшләргә кәрәк.

Өфө автотранспорт колледжы уҡытыусыһы Анастасия Саматова сығышын кибербуллингҡа арнаны. Ул интернетта үҙеңде нисек тоторға һәм, әгәр эҙәрлекләүҙәргә дусар булһағыҙ, нимә эшләргә кәрәклеген һөйләне.

 

Фото: mgazeta.

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас