

Республикала төрлө биләмәләр талпанға ҡаршы матдәләр менән махсус эшкәртелә. Үҙебеҙгә лә һаҡланыу сараларын күреү мотлаҡ. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда, баҡсала эшләгәндә талпандарҙан һаҡ булығыҙ. Ҡаҙалған осраҡта тиҙерәк сығарыу яғын күрергә кәрәк.Яҡын-тирәлә медпункт булмаһа, быны үҙегеҙгә эшләргә тура киләсәк. Тик башы, томшоғо өҙөлөп ҡалмаһын. Урынын йод йәки спирт менән эшкәртергә, ә бөжәкте лабораторияға алып барырға кәрәк.
Урманға барғанда асығыраҡ төҫлө кейем һайлағыҙ, талпан эләкһә, һәйбәтерәк күренәсәк. Башығыҙ, муйынығыҙ ҙа ҡаплаулы булһын. Талпан тәнегеҙгә инә алмаҫлыҡ итеп кейенегеҙ. Махсус һиптергес препараттар ҡулланырға мөмкин. Бер-берегеҙҙе тикшереп тороғоҙ. Иғтибар итегеҙ: талпан ғәҙәттә ҡолаҡ артына, баш, муйынға, ҡултыҡ аҫтына, йәғни тиренең йоҡа, йомшаҡ өлөштәренә ҡаҙалыусан. Уның ҡаҙалыуын кеше тәүҙә һиҙмәй, әммә күпмелер ваҡыттан урыны ҡыҙарып, шешеп сыға.
Урмандан ҡайтҡас, тышта уҡ кейемдәрҙе сисеп, тикшерергә кәрәк. Талпандар июнь аҙағына тиклем әүҙем була.
Фото: eanews.