+25 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һаҡ булығыҙ!
14 Мая , 05:10

Һаҡ булығыҙ талпандан!

40 йылдан ашыу ғүмерен республика балалар матбуғатына бағышлаған хаҡлы ялдағы элекке хеҙмәттәшебеҙ Юлдаш Әхтәмов әле лә кескәйҙәр, уҡыусылар өсөн ижад итә. Тиҙ генә ятлап алырлыҡ шиғырын уҡып ҡарағыҙ әле.

Һаҡ булығыҙ талпандан!Һаҡ булығыҙ талпандан!
Һаҡ булығыҙ талпандан!

Һаҡ булығыҙ талпандан!

Май ҡояшы нурын һибә,
Тышта йәмле бигерәк.
Нисек инде шундай көндө
Өйҙә ултырмаҡ кәрәк?..

Урмандарға барһағыҙ,
Ял итһәгеҙ аҡланда,
Берүк кенә онотмағыҙ
Һаҡланырға талпандан!

Ул - ныҡ ҡурҡыныс бөжәк,
Булһа ла бик бәләкәй,
Ҡаҙалһа, һалыуы бар
Кешене ҙур бәләгә.

Юлдаш ӘХТӘМОВ.

Дуҫтар, Юлдаш ағайҙың әйткәндәренә ҡолаҡ һалығыҙ, талпандан һаҡ булығыҙ!

 

Һаҡ булығыҙ талпандан!
Һаҡ булығыҙ талпандан!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас