

Бер аҙҙан тешләгән урын шешенеп, талпанды табып алырға мөмкин. Инкубация осоро — 7–14 көн.
Талпан энцефалитының беренсе билдәләре:
Кинәт башланыу,
Ҡалтырау, температура күтәрелеүе (38–39°С),
Көслө баш ауыртыуы,
Бөтә тән ауыртыуы, хәлһеҙлек, күңел болғаныуы,
Бит һәм күҙҙәр ҡыҙарыу,
3–5-се көндә нервы системаһы зарарланыуы (хәрәкәт боҙолоуы, һаташыу, хәлһеҙлек, фалиж).
Был сирҙең һөҙөмтәләре төрлө булыуы мөмкин: тулыһынса һауығыуҙан алып фалиж, эпилепсия, хатта үлемгә тиклем.
Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса республикала (1 июнгә ҡарата мәғлүмәт буйынса) талпан ҡаҙалыу буйынса 4044 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 34 проценты — балалар.
Парктар, ял итеү урындары, балалар учреждениелары талпанға ҡаршы махсус ҡатнашмалар менән эшкәртелә. Эшкәртелгән майҙан — 4268,1 гектар, балалар лагерҙары — 1778,2 гектар.
Мәғлүмәт Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.