+16 °С
Ясно
VKOKTelegram
Һаҡ булығыҙ!
17 Июня , 06:25

Күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!

Республикала һыу инеү миҙгеле асылған көндән һуң 6 кеше батҡан, тип хәбәр итә ҡотҡарыусылар һәм һаҡ булырға саҡыра.

Күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!Күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!
Күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!

Йәй буйы рәхәтләнеп һыу инеп ҡалырға тырышабыҙ. Күңелле миҙгелдә фажиғәле осраҡтар булмаһын ине. Бының өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә тейешбеҙ. 

Бигерәк тә кескәйҙәрҙе яңғыҙ һыу буйына ебәрмәһәгеҙ ине. Һыу ингәндә лә яндарынан китмәгеҙ.

Тыйылған, таныш түгел урындарҙа йөҙөү хәүефле икәнен иҫебеҙҙән сығармайыҡ. 

Һыуҙа көҙән йыйырыусан, быны ла онотмайыҡ. 

Фото: https://vk.com/mchsrb

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас