

Яңауыл районында өс йәшлек баланың ғүмере өҙөлә. Ул биш йәшлек апаһы менән яҡындағы быуа янына бара. Бәләкәс малай һыуға ҡолай һәм сәсәй. Тикшереү бара, хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
Республикала эҫе көндәр башланғас, ҡотҡарыусылар һыу ингәндә бата яҙған бер нисә баланы ҡотҡарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ тыйылған урындарҙа һыу инеү хәүефле икәнен һаман да аңламай. Йылғаларҙа ағын көслө, ҡайһы берҙәрендә хатта ташҡын мәлендәге һыу ҙа ҡайтып бөтмәгән. Ярҙан йыраҡҡа, тәрәнгә йөҙөп китеү ҡурҡыныс. Ағиҙел, Ҡариҙел йылғаларында, Ҡашҡаҙан күлендә бәхетһеҙ осраҡтар була яҙған.
Йыл башынан республикала 27 кеше батып үлгән, шуларҙың бишәүһе - балалар.
Һаҡ булығыҙ, дуҫтар. Ҡотҡарыусылар дежур иткән махсус урындарҙа ғына һыу инегеҙ. Балаларҙың үҙҙәрен генә йылға-күл буйына ебәрмәгеҙ.
Фото: mchsrb.