

Интернет хәүефһеҙлеге лигаһы мәғлүмәттәре буйынса, балалар социаль селтәрҙә күбеһенсә ошондай хәүефтәргә осрай: мыҫҡыллауҙар һәм ҡырыҫ комментарийҙар (71%), таныш булмаған кешеләрҙән "еңел эш хаҡы" тәҡдимдәре (51%), уйын валютаһы, уйын әйберҙәре, социаль селтәрҙәрҙәге бүләктәр, персонаж скиндары менән мутлашыу (48%), аккаунттарҙы ватыу (41%), кәмһетеү (травля) (36%), азарт уйындарына йәлеп итеү (33%), доксинг (33%, рөхсәтхеҙ шәхси мәғлүмәттәрҙе таратыу), тауар һатып алғанда мутлашыу (32%), таныш булмаған кешеләрҙән янауҙар (29%), шәхси мәғлүмәтте таратыу менән янап аҡса талап итеү (26%), эҙәрлекләү (11%) һәм башҡалар.
Статистика буйынса мәктәп уҡыусыларының 89 проценты таныш булмаған кешеләрҙән шәхси хәбәрҙәр алған. 2026 йылда селтәрҙә тауар һатып алғанда мутлашыу осраҡтары 22%-ҡа, уйын валютаһы, уйын әйберҙәре, социаль селтәрҙәрҙәге бүләктәр, персонаж скиндары менән мутлашыу осраҡтары 36%-ҡа артҡан.
2025 йылда хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә диверсия-террор характерындағы 1603 енәйәт ҡылынған, 1300-ө йәштәр тарафынан эшләнгән, шуларҙың 257-һе — балалар. Үҫмерҙәр эш эҙләгәндә, эш эҙләү порталынан мессенджерҙарҙа шәхси аралашыуға күскәндә диверсияларға йышыраҡ йәлеп ителә.
Һуңғы 2 йыл эсендә мәктәп уҡыусыларынан интим фото һәм видео тартып алыу, видеошылтыратыу ваҡытында сисенеүҙе үтенеү осраҡтарының үҫеше 53% тәшкил итә. Бындай тәҡдимдәр килгән балаларҙың йәше — 9 йәштән 12 йәшкә тиклем. Фото йәки видео ебәргәндән һуң уларҙы йыш ҡына эҙәрлекләй башлайҙар йәки шәхси осрашыу талап итәләр.
Үҫмерҙәрҙең 71 проценты социаль селтәрҙә хәүефһеҙ хәлгә осрағандары тураһында ата-әсәләренә һөйләмәй. Уларҙың 57 проценты — әрләрҙәр тип, 49 проценты — гаджеттарын тартып алырҙар йәки интернет ҡулланыуҙы тыйырҙар тип, 23 проценты өйҙә бикләп ҡуйырҙар йәки дуҫтары менән аралашыуҙы тыйырҙар тип ҡурҡа.
«Бөгөнгө деструктив контент — сифатһыҙ цифрлы фастфуд. Ул етештереүҙә арзан, сағыу, үҫмерҙәрҙә тиҙ бәйлелек барлыҡҡа килтерә, әммә психик һаулыҡты емерә», — тип баҫым яһаны БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Энже Әхмәҙуллина.
Мәғлүмәт һәм фотолар vk.ru/op.bashkortostan төркөмөнән алынды.