

Ул таныш булмаған кешеләрҙең СМС-тарына яуап биреп, шылтыратыуын ҡабул итеп, үҙенең 145 мең һумын мутлашыусыларға күсергән. Уға " һиңә тауар килгән, алыр өсөн телефоныңа килгән кодты әйт", тигәндәр. Ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, кодты әйткән. Шунан кемдер, беҙ Үҙәк банктан, аҡсаңды хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип алдаған. Был турала бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушҡандар. Ҡыҙ булған аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән, артабан инде аферистар Өфө ҡыҙын 200 мең кредит алдырыуға, улай ғына түгел, ҡыҙҙың атаһының 6 миллионын да мутлашыусыларға күсертеүгә ирешкән.Тағы 1,5 миллион һумға криптовалютаһын...
Ошондай осраҡтар, мутлашыусылар тураһында күпме һөйләйҙәр, яҙалар, әммә алданыусылар табылып ҡына тора шул. Дуҫтар, һаҡ булығыҙ! Таныш булмаған номерҙан хәбәр, шылтыратыу ҡабул итмәгеҙ, шунда уҡ "ҡара исемлек"кә ҡуйығыҙ.
Фото: adm.gosuslugi.