+20 °С
Облачно
VKOKМакс
Һаҡ булығыҙ!
2 Сентября , 05:35

Мария Львова-Белова интернеттағы хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртә

Дуҫтар, был видеодәрестә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары вәкиле Мария Львова-Белова балаларға, атай-әсәйҙәргә, педагогтарға бөгөнгө көндә интернет селтәрҙәрендәге хәүефтәр тураһында һөйләй.

Мария Львова-Белова интернеттағы хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртәМария Львова-Белова интернеттағы хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртә
Мария Львова-Белова интернеттағы хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртә

Проект Рәсәй Эске Эштәр министрлығының мәғлүмәт-коммуникация технологияларын законһыҙ ҡулланыуға көрәште ойоштороу идаралығы һәм "Диалог Регионы" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә әҙерләнгән.

Был - көнүҙәк тема. Рәсәйҙә 2026 йылдың тәүге ярты йыллығында ғына интернет аша ҡылынған енәйәттәрҙән зыян күреүсе үҫмерҙәр һаны 35,5 процентҡа артып, 4 381-ҙән 5 936-ға тиклем еткән.

Мәҫәлән, мутлашыусылар Стәрлетамаҡтан 16 йәшлек ҡыҙға сәскә алғанда ташлама эшләйбеҙ, тип, һуңынан полициянанбыҙ, тип алдап, әсәһенең карта иҫәбенән 140 мең күсерергә мәжбүр иткән. 

Был видеола хәүефле челлендждар, вербовка, зыянлы контент тураһында һүҙ бара. Бергәләп ҡарағыҙ. Интернет селтәрендә һаҡ булығыҙ, дуҫтар.

 

Фото: radiosputnik.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас