

Каникулда йыш ҡына балалар ҡарауһыҙ ҡала, ә тышта ысын көҙ етә. Шуға ла министр өлкәндәргә ял алдынан тағы ла бер тапҡыр балалар менән хәүефһеҙлек тураһында һөйләшеп алырға кәңәш бирә. Көндәр һыуыта, һыу өҫтәрен йоҡа боҙ ҡаплай. Был осорҙа һис кенә лә боҙ өҫтөнән йөрөп, уның ныҡлығын тикшерергә ярамай. Ныҡлап туңып, ҡалынлығы 10 сантиметр булғас ҡына боҙ хәүефһеҙ була.
Ут, электр приборҙары менән дә һаҡ булырға кәрәк. Машина юлынан ситтәрәк уйнарға, кейемдә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булырға тейеш. Юл аша сыҡҡанда телефонығыҙ кеҫәлә ятһын.
Мутлашыусыларҙан һәр саҡ һаҡ булырға. Дропперҙар, аферистар интернет селтәрендә һағалап ҡына ултыра. Сит номерҙан шылтыратһалар, СМС-хәбәр яҙһалар, һөйләшергә, яуап бирергә ярамай. Телефоныңа килгән код һандарын тик енәйәтселәр генә һорай, был турала онотмағыҙ.
Көҙгө каникул хәүеф-хәтәрһеҙ уҙһын.
Фото: vk.ru.