Уҡытыусым!
Түҙемлегең, ахыры, ҡая һымаҡ,
Ә күңелең тулы нур ғына.
Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең,
Һиңә тиңме маҡтау йыр ғына? –
тип яҙған күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова. Ысынлап та, был изге һөнәр эйәләренә һоҡланмау мөмкин түгел. Уларҙы беҙ мәктәптә саҡта икенсе әсәйебеҙҙәй яҡын күрәбеҙ. Шул тиклем ихластар, һөйкөмлөләр, иғтибарлылар, киң күңеллеләр, итәғәтлеләр, сабырҙар үҙҙәре! Уҡытыусы балаларға белем биреп кенә ҡалмай, Тыуған илебеҙгә, туған телебеҙгә, сал тарихыбыҙға һөйөү һәм ихтирам да тәрбиәләй.
Йәш быуындың киләсәге, яҙмышы уҡытыусы ҡулында. Шуны иҫәпкә алып, Президентыбыҙ Владимир Путин 2023 йылды Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итте. Бик хуп! Тотош йыл уларға арналасаҡ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Ошо айҡанлы беҙ ҙә гәзитебеҙҙә «Әгәр мин уҡытыусы булһам...» тигән өр-яңы рубрика асабыҙ. Һеҙгә ниндәй фән оҡшай? Яратҡан уҡытыусығыҙ кем, уға оҡшарға теләр инегеҙме? Ниндәй мәктәптә уҡырға хыялланаһығыҙ? Әгәр үҙегеҙ уҡытыусы булһағыҙ, дәрестәрҙе нисек үткәрер инегеҙ? Әйҙәгеҙ, фантазияғыҙҙы эшкә егегеҙ. Һеҙҙән ҡыҙыҡлы, матур йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ. Сифатлы фотолар ҙа булһа, тағы ла һәйбәтерәк.