+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дәресте йырлап үткәрер инем

Мәктәбемде тамамлағас, урыҫ теле һәм йыр уҡытыусыһы булырға хыялланам. Сөнки был дәрестәрҙе ныҡ яратам. Урыҫ теле дәресендә шиғыр­ҙар уҡыу, ятлау оҡшай. Әгәр ҙә инде үҙем уҡытыусы булһам... Был турала уйланғаным бар. Ятлағанда иҫтә ҡал­һын өсөн шиғырҙы көйгә һалып, балалар менән рәхәтләнеп йырлап дәрес үткәрер инем.

Дәресте йырлап үткәрер инем
Дәресте йырлап үткәрер инем

Дәрестәрем иртәнге сәғәт туғыҙҙа башланып, утыҙ биш минут дауам итәсәк. Ә тәнәфес егерме минут буласаҡ. Балалар ял итеп, аралашып, уйнап та өлгөрөр ине. Бының өсөн синыфыбыҙ эргәһендә ял бүлмәһе эшләтеп, унда шахмат, шашка, домино, йомшаҡ уйынсыҡтар мөйөшөн булдырасаҡмын.
Бер төрлөлөк ялҡыта. Дәрестәремде төрлө формала, күберәк уйын рәүешендә үткәрер инем. Мин өс ҡатлы мәктәптә уҡытырға хыялланам. Синыф бүлмәләре иркен, яҡты, тәҙрә төптәрен гөлдәр биҙәйәсәк. Уҡыусылар көнөнә дүрт-биш кенә дәрес уҡыр ине.
Стена уртаһында интерактив таҡта урынлаштырып, проектор ҡуйҙырасаҡмын. Бүлмәнең һул яҡ мөйөшөндә – үҙемә дәфтәр­ҙәр, китаптар өсөн шкаф, уң яғында аквариум буласаҡ.
Парталарҙы бик уңайлы итеп эшләтер инем. Әлегеһе миңә оҡшап етмәй. Һәр бер бала айырым партала ултырып, планшетты, ноутбукты, электрон китаптарҙы, дәфтәрҙәрҙе үҙ аллы ҡулланасаҡ. Уға берәү ҙә ҡамасауламаҫҡа тейеш.
Балаларҙың кейемдәренә килгәндә, мин мәктәп формаһын ҡалдырыу яҡлымын. Сөнки ул тәртипкә өйрәтә, төрлө ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар араһындағы социаль тигеҙһеҙлекте юҡ итә. Төрлө-төрлө кейем кейеп, берәү ҙә айырылып йөрөмәйәсәк.
Уҡытыусы һөнәре күңелемә ныҡ яҡын. Мин дә киләсәктә балаларҙың яратҡан остазы булыр өсөн барлыҡ көсөмдө һалып, тырышып уҡып йөрөйөм. Маҡсаттарына ҡыйыу атлаған кеше моратына ирешә ул!

Камила ШИҺАПОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: