+1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
18 Декабрь 2017, 16:08
Әлдә һин бар әле донъяла!
Ер йөҙөндә күпме генә әсә булмаһын, кешегә үҙенеке иң һәйбәте һәм матур тойола. Шулай булырға тейеш тә инде. Ләкин тормошта төрлө хәлдәр ҙә осрай. Бына беҙҙе лә, 3 ҡыҙҙы, әсә тәрбиәһенә, һөйөүенә мохтаж булған ауыр ваҡытта Йәнйегет ауылынан Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар, үҙ балаларындай яҡын күреп, ғаиләләренә алғайны. 10 йыл да уҙып киткән. Үҙҙәренең бер ҡыҙы һәм ике улдарынан тыш, беҙҙе, тағы ла 7 баланы, тәрбиәгә алып, әлеге көндә гөрләтеп донъя көтәләр. Бөтәбеҙ өсөн донъяла иң ҡәҙерле кешеләребеҙ. Был тормошта ниндәй изге күңелле, аҡыллы, оло ихтирамға лайыҡлы кешеләр булыуына мин IX синыфта төшөндөм.

Әсәйем Фәниәнең иң яҡшы сифаттары – түҙемле һәм сабыр булыуы. «Барыһы ла яҡшы булыр», – ти ул. Шул һүҙҙәре менән әсәй беҙҙә йәшәүгә ышанысты, өмөттө тағын да арттыра. Уның уңғанлығына, тырышлығына һоҡланам. Беҙгә һәр яҡлап үрнәк.
«Әсә шатлығы – бала шатлығы» икәнлеген ошо ғаиләлә тойҙом. Беҙҙе тәрбиәгә алып, наҙлап, иркәләп, ауыр һүҙҙәр әйтмәй генә дөрөҫ тәрбиә биргән ҡәҙерлемә бөтә туғандарым исеменән ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн! Һинһеҙ донъямды күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Хәҙер минең шундай әсәйем булғанға, Аллама мең тапҡыр шөкөр әйтәм. Һәр һүҙең ҡәҙерле. Тик һин генә барыбыҙға ла аҡыллы, ихлас күңелле, ғәҙел итеп тәрбиә бирә алдың, тип әйтә алам. Эшкә лә өйрәттең, матур итеп ял да ойошторҙоң, һәр саҡ беҙгә һәйбәт булһын тип тырыштың.
Ҡайһы ваҡыт ныҡ бәрелеп киткән, ҡаты һүҙҙәр әйткән саҡтарым булһа, ғәфү ит! Кис йоҡларға ятҡанда һәр саҡ иң беренсе һинең һаулығыңды, бәхетеңде теләйем. Һин – быға лайыҡ кеше. Тик һөйөнөп кенә йәшә инде, әсәкәйем. Һинең ҡыуаныстан йылмайыуыңды, шатлыҡ осҡондары сәсеп торған күҙҙәреңде күреү, шат тауышыңды ишетеү – минең өсөн ҙур бәхет. Үҙеңде ныҡ яратам!
Рәзилә ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА.
Баймаҡ районы, Йәнйегет мәктәбе.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...