+20 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Ғинуар 2018, 17:49
Атайым – ғорурлығым
Иң яҡын кешем – атайым Илдар Зәйнәғәбдин улы. Ул хозур тәбиғәтле Байназар ауылында Факиһа һәм Зәйнәғәбдин Дәүләтшиндар ғаиләһендә иң кесе бала булып донъяға килгән. Мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, һәр саҡ алдынғылар рәтендә йөрөй. Белорет ҡалаһында ДОСААФ мәктәбендә шофёр һөнәрен үҙләштерә. Германияла ике йыл хәрби бурысын үтәгәндән һуң, Ҡурғашлы ауылында – тәүҙә слесарь, ә аҙаҡ шофёр булып 26 йылға яҡын тырышып эшләй.

Атайымды, балта оҫтаһы, тип әйтһәм дә, һис яңылышмаҫмын. Ул ағастан төрлө-төрлө әйберҙәр яһай белә. Йәй көндәре малдарға бесән әҙерләй, ҡышын мал-тыуар ҡарай. Ҡулынан килмәгән эше юҡ үҙенең. Юҡҡа ғына, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тимәйҙәр бит.
Әбделмәмбәт ауылы һылыуы, әсәйем Гөлнара Әхмәт ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡоралар. Улар бергәләп сәскәләй дүрт ҡыҙ һәм бер ғорур егет тәрбиәләп үҫтерә: Гөлмирә, Лилиә, Гөлнәзирә, Сәлимә, Ғилемдар. Сынбулат һәм Ишморат исемле малайҙарға атайым менән әсәйем – өләсәй һәм олатай ҙа. Атайыбыҙ беҙҙе ҡуйған маҡсаттарыбыҙға ирешергә, ныҡышмал, сос, түҙемле, ә әсәйебеҙ уңған, яғымлы, эшсән булырға өйрәтте.
Мин атайымды бик ныҡ яратам һәм уның менән сикһеҙ ғорурланам. Уның һәр саҡ йылмайып, ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйем.
Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?