-5 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Ғинуар 2018, 17:51
Минең «тере энциклопедиям»
Әлдә өләсәйем бар, тип ҡыуанам. Ниндәй генә һорау, үтенес менән мөрәжәғәт итһәм дә, уның аҡыллы кәңәштәре гел әҙер. Ҡәҙерлемде «Халҡымдың тере энциклопедияһы» тип йөрөтәм.
Әлдә өләсәйем бар, тип ҡыуанам. Ниндәй генә һорау, үтенес менән мөрәжәғәт итһәм дә, уның аҡыллы кәңәштәре гел әҙер. Ҡәҙерлемде «Халҡымдың тере энциклопедияһы» тип йөрөтәм.
Кем һуң ул һинең өләсәйең, тиһегеҙме? Яҡынымдың исеме – Хәнифә Шәғәле ҡыҙы Әбүбәкерова. Ул республикабыҙҙың, районыбыҙҙың, ауылыбыҙҙың данлыҡлы сәсәниәһе. Өләсәйем бала саҡтан таҡмаҡ, бәйет, ҡобайырҙарҙы импровизация юлы менән ижад итә. Башҡортостандың тарихын, үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, дауалау серҙәрен яҡшы белә. Матур итеп аяттар уҡый. Үҙе лә им-том менән шөғөлләнә: сабыйҙарҙы күҙ тейеүҙән, елпенеүҙән өшкөрә, «өс йән» ғазабынан дауалай, ҡот ҡоя. Мине лә бәләкәйҙән бик яҡшы итеп тәрбиәләп, ҡарап үҫтерҙе.
Өләсәйем бер ҡасан да буш ултырмай. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Уның Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һанап бөткөһөҙ. Шул уҡ ваҡытта баҡса, ҡош-ҡорт үҫтереү, картуф сәсеү, бесән эшләү кеүек эштәргә лә өлгөрә. Уның бешергән ҡоймаҡ-йыуасалары телеңде йоторлоҡ!
Әлеге көндә лә, етмеш дүрт йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара. «Байыҡ – 2017» бейеү бәйгеһендә ауылыбыҙҙың «Сәсмәүер» ансамбле менән Гран-при алып ҡайттылар. Көҙ башында Венгрия ҡалаһында ҡунаҡта булды.
Өләсәйем менән ғорурланам. Ҡәҙерлем миңә һәр яҡлап өлгө. Уға ҡарап үҙем дә бер минутымды ла буш үткәрмәҫкә тырышам. Шиғырҙар, хикәйәләр яҙып ҡарайым, тарихты өйрәнәм, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашам. Рәхмәт һиңә, өләсәйем, барыһы өсөн дә!
Арсен ХӘМЗИН, VI синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...