-1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Март 2018, 17:05
Ир-ат – донъя тотҡаһы, ҡатын-ҡыҙ – уның биҙәге
Был донъяла берәүҙәр һәр ваҡыт ниҙәндер ҡәнәғәт түгел, аҙым һайын зарлана, һуҡрана, тормоштоң тик кире яҡтарын ғына күрә. Ә икенселәр, киреһенсә, һәр саҡ күтәренке кәйефле, шат күңелле, бөтә нәмәнән тик ыңғай һыҙаттарҙы ғына эҙләй. Уларҙың оптимистик рухы башҡаларға ла күсә. Рифа Зәйет ҡыҙы менән Рәсүл Абдулхаҡ улы Сәхийәровтар – нәҡ шундайҙар.
Был донъяла берәүҙәр һәр ваҡыт ниҙәндер ҡәнәғәт түгел, аҙым һайын зарлана, һуҡрана, тормоштоң тик кире яҡтарын ғына күрә. Ә икенселәр, киреһенсә, һәр саҡ күтәренке кәйефле, шат күңелле, бөтә нәмәнән тик ыңғай һыҙаттарҙы ғына эҙләй. Уларҙың оптимистик рухы башҡаларға ла күсә. Рифа Зәйет ҡыҙы менән Рәсүл Абдулхаҡ улы Сәхийәровтар – нәҡ шундайҙар.
Рифа Зәйет ҡыҙы Белорет районының Шығай мәктәбендә 38 йыл балаларға математиканан белем бирә. Баҫалҡы холоҡло, кешене тыныс, иғтибарлы тыңлай белгән, уҡыусыларға талапсан һәм итәғәтле уҡытыусының абруйы ҙур була. Балаларға төплө белем биреү өсөн ул һис ваҡыт менән иҫәпләшмәй. Егәрле уҡытыусы ғаиләһендә лә – өлгөлө әсәй, уңған хужабикә. Тормош иптәше Рәсүл Абдулхаҡ улы менән матур тормош ҡороп, бынамын тигән ике ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Барыһы ла юғары белем ала. Ҡыҙҙары әсәһе юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен үҙләштергән. Ғаиләһе менән Мәләүез ҡалаһында йәшәйҙәр. Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Бер улдары Белорет ҡалаһында геодезист булып эшләй. Бына тигән ғаиләһе бар. Олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырып, ике ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә.
Әлеге көндә Рифа инәй менән Рәсүл олатай хаҡлы ялдалар. Шулай булһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт тоталар, баҡса үҫтерәләр. Уңғанлыҡтары, тырышлыҡтары менән йәштәргә үрнәк булып торалар. Ялға ҡайтҡан балаларын һағынып көтөп алалар һәм изге фатихалары менән оҙаталар. Мин уларға ҡарап һоҡланып бөтә алмайым. Алдағы тормош юлында бәхетле ҡартлыҡ, балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.
Егор ЛОМАЕВ, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...