+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Март 2018, 17:10

Татыулыҡҡа ни етә?!

Тыуған ил, тыуған яҡ, тыуған ауыл, тыуған йорт… Тәрән мәғәнәле ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлау менән күҙ алдыма ғәзиз ғаиләм килеп баҫа. Үҙемде бик бәхетле тип һанайым. Сөнки тыуған илем, һулар һауам, эсәр һыуым һәм янымда иң яҡын кешеләрем – туғандарым, атай-әсәйем бар.

Тыуған ил, тыуған яҡ, тыуған ауыл, тыуған йорт… Тәрән мәғәнәле ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлау менән күҙ алдыма ғәзиз ғаиләм килеп баҫа. Үҙемде бик бәхетле тип һанайым. Сөнки тыуған илем, һулар һауам, эсәр һыуым һәм янымда иң яҡын кешеләрем – туғандарым, атай-әсәйем бар.
Атай-әсәйем, өләсәйем, апайым һәм һеңлем менән берҙәм, татыу ғаилә булып йәшәйбеҙ. Атайым – Азамат Фазлиәхмәт улы данлыҡлы Сураш батыр тоҡомонан. Ауылда 26 йыл клуб мөдире булып эшләй. «Осҡон» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең етәксеһе. Үҙе дүрт йәшлек сағынан клуб сәхнәһендә бейей башлаған. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән төрлө илдәрҙә гастролдәрҙә булған. Ә хәҙер үҙенең бейеүселәре бар. Район кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бик күп грамота, Рәхмәт хаттары алып торалар. «Байыҡ» телевизион бейеү бәйгеһенә лә барып, үҙҙәрен күрһәтеп ҡайттылар. Бик тырыш, талапсан кеше минең атайым. Әсәйем менән 16 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Беҙгә, өс ҡыҙҙарына, матур тәрбиә бирәләр.
Әсәйем һәр саҡ ҡайтыуыбыҙға тәмле ризыҡтар бешереп көтөп тора. Бүлмәбеҙҙе, баҡсабыҙҙы биҙәп, матур гөлдәр үҫтерергә ярата. Ҡул эштәренә лә оҫта, мәрйендән теҙеп, матур сәскәләр яһай.
Гөлфирә апайым Билал мәктәбенең IX синыфында белем ала. Бейергә, йырларға әүәҫ. 2015 йылда мәктәптә үткән «Һылыуҡай» конкурсында I урын яуланы.
Гөлмирә һеңлем икенселә уҡып йөрөй. Ике йәшлек сағында ғына «Шоңҡар» журналы үткәргән «Минең Рәми» беренсе республика интернет аша шиғыр һөйләү бәйгеһендә мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында I урын яуланы. Ауылда ойошторолған бер саранан да ситтә ҡалмаҫҡа тырыша.
Ә мин үҙем Билал мәктәбендә VIII синыфта уҡыйым. Сигергә, бәйләргә яратам, бейеү түңәрәгенә йөрөй башланым. Ғаиләбеҙ менән 2008 йылда «Ғаиләм-ҡәл­ғәм» төбәк конкурсында I урын яуланыҡ, районда үткәреләсәк ярышта ҡатнашыу хоҡуғына эйә булдыҡ. Унда ла уңышлы сығыш яһап, Рәхмәт хаты алдыҡ. 2014 йылда «Минең ғаиләм» конкурсында йырлап, бейеп, төрлө хәлдәрҙән сыға белеү юлдарын бергәләп эҙләп, был конкурста ла I урынға сыҡтыҡ. Берҙәм, татыу ғаиләләр генә барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сыға бит ул.
Беҙ йәй көндәрендә тәбиғәткә сығып ял итергә яратабыҙ. Эргә-тирәләге тауҙарға менәбеҙ, иҫтәлекле урындарға сәйәхәт итәбеҙ. Тыуған көн кеүек байрамдарҙы ла күңелле итеп үткәрәбеҙ. Иң көтөп алған көндәребеҙҙең береһе – Яңы йыл, уны туғандарыбыҙ менән ҡаршылайбыҙ.
Ғаиләмдең шулай бәхетле, тормоштан йәм табып йәшәүенә бик ҡыуанам. Йәнем, күңелем ял итерлек татыу ғаиләм барлығына сикһеҙ шатмын. Беҙҙе шулай матур итеп, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн атай-әсәйемә, туғандарыма ҙур рәхмәтлемен.

Азалиә НАРЫНБАЕВА.


Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
Читайте нас: