-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Март 2018, 16:43

Ҡустыларым

2013 йылдың 30 майы – иң шатлыҡлы көндәремдең береһе. Бер юлы ике ҡустыға апай бул әле! Ҡыуанысымдан үҙемде күктең етенсе ҡатында хис иттем. Үҙҙәре шундай матурҙар бит әле! Икеһе бер иш кенә, башта айырмай торғайным, ҡулыма алырға ла ҡурҡтым. Аҙаҡ яндарынан да китмәнем. Хәҙер үҫтеләр инде, ҡустыларыма – дүртәр йәш.

Игеҙәктәр бер-береһенә ныҡ оҡшаһалар ҙа, барыбер айырылалар. Төҫкә булмаһа ла, холоҡтары менән. Альберт етеҙ, хәрәкәтсән, ә Альфред тыныс һәм сабыр. Улар янында миңә ныҡ рәхәт, күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт та ҡалмай. Бөтә малайҙар кеүек машина, конструкторҙар менән уйнарға яраталар. Гараж, йорт төҙөйҙәр, төрлө ҡыҙыҡлы нәмәләр уйлап табып ҡына торалар. Ҡайһы ваҡытта үҙемде беҙҙең ғаиләбеҙҙән генә торған икенсе бер донъяға килеп эләккәндәй хис итәм.
Яратҡан ҡустыларым, һеҙҙең яҡшы кешеләр булып үҫеүегеҙҙе һәм был тормошта үҙ юлығыҙҙы табыуығыҙҙы теләйем. Ә мин һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.

Эльвира ТАШБУЛАТОВА, Балалар ижады үҙәгенең «Йәш журналист» берекмәһе ағзаһы.

Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы.
Читайте нас: