Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисереп йәшәү бәхете һәр кемгә лә тәтемәй. Һүҙем оло тормош юлы үткән, әлеге көндә лә бер-береһенә шаяртып, яғымлы һүҙҙәр менән генә өндәшеүсе һөйкөмлө парҙар – ҡәҙерле олатайым менән өләсәйем Бибинур һәм Ғәйнетдин Алтынбаевтар хаҡында. Улар әле Бөрйән районы Байназар ауылында 60 йыл бергә ғүмер итеп, гәүһәр туйҙарын туйлап, гөрләтеп йәшәп ята.
Олатайыма Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 8 йәш кенә тула. 1942 йылда атаһы яуға китә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайтыр саҡта юлда вафат булып ҡала. Йәш бала әсәһенә һәр яҡлап та ярҙамлашып үҫә. 1947 йылда инде ул «Ағиҙел» колхозында эш башлай. Үгеҙ егеп, игенен дә ташый, ерен дә һөрөргә тура килә. 1951 йылға саҡлы фермала эшләй. Бала сағынан техника менән мауыға, тиҙ арала тракторсы ярҙамсыһы булып китә. 1956 йылда әрме сафынан имен генә хеҙмәт итеп ҡайта ла күп тә үтмәй, Янһары ауылы ҡыҙы Бибинур Ҡотлоғужа ҡыҙын кәләшлеккә ала. Ул килен булып төшкән сағында күп-күк күҙле, һары сәсле, мөләйем генә ҡыҙ булған. Өс малай араһында иркә генә үҫкән Бибинурҙы олатайымдар ғаиләһендә барыһы ла йылы ҡабул итә. Шулай итеп, йәш ғаилә Байназар ауылының иң матур урынына нигеҙ ҡороп, гөрләтеп йәшәп китә. Татыу пар бөтәһе һигеҙ балаға ғүмер бүләк итә.
Яҡындарым икеһе лә йәш һәм ғәйрәтле саҡтарында тырышып эшләгән. Өләсәйем мәктәптә – йыйыштырыусы, ә олатайым 47 йыл РТП-ла механизатор вазифаһын башҡара. Уның фотоһүрәте Маҡтау таҡтаһынан төшмәй, районыбыҙҙың, ул осорҙағы БАССР-ҙың, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың бик күп Рәхмәт хаттарын, Маҡтау ҡағыҙҙарын, миҙалдарын ала. Бибинур өләсәйем, ғаилә усағын һаҡлаусы булараҡ, тәмле икмәк-бәлештәр, аштар бешереп, өй йылыһын һаҡлай. Уның өҫтәле төрлө ашамлыҡтарҙан һығылып тора. Ғәйнетдин олатайымдың кәртә-ҡура тирәһе һәр саҡ ҡараулы, техникаһы төҙөк булыуы һәр кемде хайран итә.
Бөтә балалары ла ата-әсәһенән өлгө алып, тырыш, матур донъя көтә. Иң өлкән балаһына – 60, ә иң кесеһенә 50 йәш тулғанда ла, атайлы-әсәйле булып, арҡаланып йәшәүҙән дә оло бәхет юҡтыр ул?! Хәҙер олатайым менән өләсәйемдең 24 ейән-ейәнсәре, 20 бүлә-бүләсәһе бар. Өс улы – Ғәйнислам, Ғилман, Ғилфан һәм биш ҡыҙы – Хәлиҙә, Ғәзизә, Гөлнур, Гүзәл, Әлфиәләр тыуған йортон бер ҡасан да онотмай. Һәр саҡ атай-әсәй янына ҡайтып ҡына торалар. Оло улдары – минең атайым олатайымдың юлын дауам итеп, тракторсы-машинист булып эшләй. Бәхетле олатай-өләсәй балаларының һәр уңышына сикһеҙ шатлана. «Әгәр беҙ бөтәбеҙ бергә йыйылһаҡ, 74 кешегә тиклем еттек», – тип ҡыуана өләсәйем.
Минең ҡәҙерлеләрем әлеге көндә лә йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтә: мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ҡасан барһаң да, өйҙәре йылы, өҫтәлендә ҡайнаған самауыры ултыра. Яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар, фәһемле кәңәштәрен биреп оҙатып ҡалалар. Хәлдәренән килгәнсә беҙгә, балаларына, ярҙам итергә тырышалар.
Әле олатайыма – 85, өләсәйемә – 79 йәш, ә бергә ғаилә булып йәшәүҙәренә – 60 йыл. Был – бик оло ваҡиға. Беҙ шундай данлы олатай-өләсәйебеҙ булыу менән сикһеҙ шатбыҙ. Киләсәктә лә уларға тик һаулыҡ, йән һәм тән сәләмәтлеге, күңел тыныслығы теләйем. Тәҙрәләрҙән уттарын балҡытып, тыуған йорттоң йылыһын, наҙын, ҡотон ебәрмәй, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең йылы ҡарашын, мәрхәмәтен тойоп, тик изгелектәрен генә күреп, барлыҡтары менән беҙҙе ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ йәшәһендәр ине ҡәҙерлеләрем!