+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Апрель 2018, 15:35

Донъям түңәрәк

Һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе –Тыуған йорто, ғаиләһе.Ҡәҙерләп-һөйөп үҫтергәнАтаһы һәм әсәһе.

Һәр кемгә иң ҡәҙерлеһе –
Тыуған йорто, ғаиләһе.
Ҡәҙерләп-һөйөп үҫтергән
Атаһы һәм әсәһе.
Хоҙайыма рәхмәтлемен –
Минең донъям түңәрәк.
Иң рәхәте был донъяла –
Беҙ йыйылһаҡ бергәләп.
Мәктәптә уҡытыусылар –
Әсәйем һәм атайым.
Һылыуым Рушана менән
Киләсәккә атлайым.
Был донъяла күңелемдә
Бар минең бер теләгем:
Әсә наҙы сорнап торһон
Һәр баланың йөрәген!
Руслана ТОҠОМБӘТОВА, VI синыф уҡыусыһы.

Ғафури районы, Бурлы мәктәбе.

Читайте нас: