+8 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Май 2018, 16:51
Арҡа терәр атайым, иркәләнер әсәйем бар
Ғаиләм – минең ҡәлғәм, ә уның ныҡлығы – әсәйем Миңзәлә һәм атайым Хәлит Боҫҡоновтар. Беҙҙең тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн булһын өсөн атайым хужалығыбыҙҙа күп итеп мал үрсетә, тәрбиәләй, өй янында ҙур баҡса тота. Әсәйем табышты әрәм итмәй, төрлө аҙыҡтар әҙерләй.
Ғаиләм – минең ҡәлғәм, ә уның ныҡлығы – әсәйем Миңзәлә һәм атайым Хәлит Боҫҡоновтар. Беҙҙең тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн булһын өсөн атайым хужалығыбыҙҙа күп итеп мал үрсетә, тәрбиәләй, өй янында ҙур баҡса тота. Әсәйем табышты әрәм итмәй, төрлө аҙыҡтар әҙерләй.
Беҙ ғаиләлә алты бала: биш ул һәм бер ҡыҙ: Хәлим, Фәһим, Илсаф, Шәһит, Мәрәһим һәм Зөлхизә. Мин – дүртенсе малай. Өс ағайымдың ҡанаты аҫтында үҙемде ышаныслы тоям. Ҡустым менән һеңлемә үрнәк булырға тырышам. Һәр эштә атай-әсәйгә ярҙам итәбеҙ: бесән әҙерләйбеҙ, баҡсала картуф утап-күмеү, ҡышын малға һыу эсереү беҙҙең өҫтә. Йәйен күмәкләп Аҡтүш битендә еләк йыябыҙ. Ҡышын тәмләп шул ҡайнатма менән сәй эсеүҙәре ни тора!
Мине иң ныҡ ҡыуандырғаны – беҙҙең өҫтәлдә бер ҡасан да иҫерткес эсемлек ултырмай. Ҡайһы берәүҙәр кеүек атайыбыҙ ғаиләбеҙҙе ҡалдырып, алыҫ ерҙәргә лә китмәне. Аллаға шөкөр, барыһы ла бар. Күпләп мал ҡарап, шуның иҫәбенә йәшәйбеҙ.
Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Вәли олатайым менән Мәхмүзә өләсәйем – беҙҙең кәңәшселәребеҙ. Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе, ти әсәйем.
Үҫеп еткәс, мин дә әллә ҡайҙа китергә теләмәйем. Үҙемдең Һәмәнемдә ҡалып, иген үҫтерәсәкмен. Әле тәжрибә түтәлем инде өс йыл рәттән туҡ башаҡтар менән тула. Һәр береһенән күпмегә тиклем борсаҡ алып була икән, тип тәжрибә үткәреп, эҙләнеү эше алып барам. Ул – бик ҡыҙыҡ һәм фәһемле шөғөлөм.
Әле III синыфта уҡыйым. Һәр көн талпынып, ҙур теләк менән уҡыуға барам, сөнки унда беҙҙе уҡытыусыбыҙ Эльмира Морат ҡыҙы Ғәбдрәшитова белем серҙәренә төшөндөрөргә көтөп тора, киләсәктә яҡшы кешеләр булырға өйрәтә. Аҙаҡ мәктәптән өйөмә ашҡынып ҡайтам, унда мине аңлаған туғандарым, арҡа терәр атайым, иркәләнер әсәйем бар.
Шәһит БОҪҠОНОВ, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?