-19 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Май 2018, 16:49
Һикһәнде уҙһалар ҙа
Мин үҙемде бик бай кеше итеп һанайым. Ни өсөнмө? Яуап бик ябай ғына: атай-әсәйем, өләсәйем менән ҡартатайым ғына түгел, ҡарт ҡартатайым менән ҡарт өләсәйем дә бар. Улар өләсәйемдең атаһы менән әсәһе – Ғәфирә Сәйфулла ҡыҙы менән Өпөлхаҡ Абдулхаҡ улы Сәлиховтар. Быйыл 21 ғинуарҙа бергә йәшәй башлауҙарына 60 йыл тулды.

Ҡарт өләсәйем менән ҡарт ҡартатайым Күгәрсен районының Сәлих ауылында ғүмер итә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Өпөлхаҡ ҡартатайым 81 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, машинала йөрөй. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәндәй, эшһеҙ тора алмай, күпләп бал ҡорто тота. Ғәфирә өләсәй ҙә бик егәрле, тәмле аштар, бәлештәр бешерә. Йәй көнө баҡсаһында ниндәй генә йәшелсә үҫтермәй?! Ә сәскәләре күҙҙең яуын алып ултыра.
Ҡарт өләсәйем – бик өлгөр кеше, биш намаҙҙы ҡалдырмай уҡый, миңә йыл да йылы ойоҡбаштар бәйләп бирә. Улар дүрт бала үҫтергәндәр – өс ул һәм бер ҡыҙ. Барыһына ла юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешеп, бүлә-бүләсәләрен һөйөп йәшәйҙәр. Өләсәйем менән яндарына йыш барабыҙ, сөнки улар иғтибарға ла, ярҙамға ла мохтаждар. Оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисергән ҡартатай, өләсәйемдән барған һайын илһам, көс-дәрт, күңел байлығы алып ҡайтабыҙ. Тормош һынауҙарына бирешмәй, алдағы көнгә яҡты өмөттәр бағлап, беҙҙе ҡыуандырып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ, ҡәҙерлеләребеҙ.
Артур ЗАҺИҘУЛЛИН, иң өлкән бүләһе.
Күгәрсен районы, Яңы Хвалын мәктәбе.
Читайте нас в